Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
11 Август 2020, 13:03

Тағы көтөлә

10 августа Өфө сәнғәт училищеһына алты рояль һәм туғыҙ “Kawai” фортепианоһын килтергәндәр. ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Был хаҡта республиканың Мәҙәниәт министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә. Был инструменттар ил Президенты Владимир Путиндың башланғысы менән барлыҡҡа килгән “Мәҙәниәт” милли проектының “Мәҙәни мөхит” төбәк проекты ярҙамында һатып алынған.
Өфө сәнғәт училищеһы (колледжы) директоры Лидия Воробьева хәбәр итеүенсә, пандемия менән бәйле барлыҡ сикләүҙәр бөтөрөлһә, инструменттарҙың презентацияһы ойоштороласаҡ. Әйткәндәй, һуңғараҡ белем биреү ойошмаһына тағы һигеҙ “Yamahа” инструменты килтерелергә тейеш.
Фото: республиканың Мәҙәниәт министрлығы.
Автор: Айһылыу Низамова
Читайте нас: