Кәңәшмә барышында илдең Һаулыҡ һаҡлау министры Михаил Мурашко был вакцинаның үҙенең һөҙөмтәлелеген һәм хәүефһеҙлеген дәлилләгән препарат булыуын белдерҙе.
Препаратты һынап ҡарауҙа 38 кеше ҡатнашҡан. Тикшереү уның хәүефһеҙлеген дәлилләгән. Был кешеләрҙең бөтһендә лә инфекцияға ҡаршы иммунитет барлыҡҡа килгән.
Яңыраҡ Өфөлә булған саҡта илдең һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Олег Гриднев был препараттың 12 авгусҡа тиклем теркәләгәсе тураһында хәбәр иткәйне.
Тәү сиратта вакцинаны медицина хеҙмәткәрҙәре, өлкәндәр һәм сиргә тиҙ бирешә торған кешеләр аласаҡ.
– Вакцинаның һөҙөмтәлелеген популяция иммунитеты формалашып, вирусты бер-береңә таратыу мөмкин булмай башлағас әйтергә буласаҡ, – тигәйне ул саҡта министр урынбаҫары.
Фото: Президенттың матбуғат хеҙмәте.