"ДОМ.РФ"-тың төп бурысы - дәүләттең торлаҡ сәйәсәтен ғәмәлгә ашырыуға ярҙам итеү. Был - торлаҡ төҙөлөшө, ипотека, ер участкалары мәсьәләләре. Үҫеш институты үҙе оператор булараҡ та сығыш яһай. Йәғни ойоштора, контролләй.
Льготалы ипотека биреү күләмен арттырыу тураһында ла һүҙ барҙы. Процент ставкалары, моғайын, йылдан-йыл кәмей барыр. Сөнки етәкселек халыҡтың хәлен аңлаған кеүек.
Торлаҡ төҙөлөшөндә өлөшсө булып күпме кеше алданды. Хәҙер төҙөлөштө алып барыусылар күҙәтеү аҫтында тиерлек, эскроу-иҫәп тигән яңы алым асылды. Эш дауам итә. Күҙ һалһаң, тирә-йүндә төҙөлөш ғәләмәт шәп темптарҙа барған һымаҡ. Әммә кеше күбеһенсә үҙ иҫәбенә төҙөй.