Даирә
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
7 Август 2020, 11:49

“Үҙгәрештәр тауышы” нимә хаҡында?

Ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеүҙең комплекслы системаһы тураһындағы интернет-проект үҙ эшен башланы.ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Рәсәй экология операторының Тәбиғәт ресурстары һәм экология министрлығы менән берлектә башлаған был сараһы “Үҙгәрештәр тауышы” тип атала. Унда сүп-сарҙың контейнерҙан заманса сортировкалау, эшкәртеү һәм үтилләштереү оъекттарына тиклем юл үтеү этаптары тәфсирләп күрһәтелә.
Һөҙөмтәлә уның ярҙамында ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын өйҙә ни өсөн сортировкалау кәрәклеге, төбәк операторҙарының нисек эшләүе, сүп-сарҙы айырым йыйыуҙың ниндәй файҙа килтереүе хаҡында мәғлүмәт алырға мөмкин.
Алып барыусылар был индустрия вәкилдәре менән тармаҡты борсоған көнүҙәк мәсьәләләр хаҡында һөйләшәсәк һәм тотош ил буйлап ҡалдыҡтар менән эш итеү өлкәһендә төрлө объекттарҙың нисек эшләүен күрһәтәсәк.
Был башланғыс ил Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы барлыҡҡа килгән “Экология” милли проектының “Ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеүҙең комплекслы системаһы” федераль проекты сиктәрендә тормошҡа ашырыла.
Фото: республиканың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы.
Автор: Айһылыу Низамова
Читайте нас: