Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
6 Август 2020, 19:07

"Ростелеком" етәксеһе Владимир Путинға белем биреү өлкәһендә башланасаҡ ҙур эксперимент тураһында һөйләне

Был арала Рәсәй Президенты байтаҡ етәксе менән осрашты. Видеобәйләнеш аша түгел, ә күҙмә-күҙ. Әллә хәлдәр яҡшырып киләме икән? #ВладимирПутин

Владимир Путин Кремлдә "Ростелеком" президенты Михаил Осеевскийҙы ҡабул итте. Беләһегеҙ, "Ростелеком" - Рәсәйҙең цифрлы хеҙмәт күрһәтеүсе иң ҙур провайдеры. Мәҫәлән, "Госуслуги" порталы ла уларҙың бер өлөшө.
Осеевский Путинға күп кенә проекттары хаҡында һөйләне. Шул иҫәптән 1 сентябрҙә Мәғариф һәм фән министрлығы етәкселегендә башланасаҡ эксперимент хаҡында ла телгә алды.
Ентекләберәк әйткәндә, ул белем биреү өлкәһендә цифрлы мөхит булдырыу. Йәғни дистанцион уҡытыу, уҡыу буйынса эштәрҙе камиллаштырыу. Эш тигәс тә, был юлы иң төпкөлдәге уҡыусыларға ла өйҙән тороп белем алыу мөмкинлеге бирергә әҙерләнәләр. Балаларға махсус электрон почта, чат, мессенджер, заманса электрон контент булдырыу хаҡында һүҙ бара.
- Был йүнәлеш бик мөһим. Һуңғы айҙарҙа уға (дистанцион белем биреүгә) ихтыяж ҙур булды, - тине "Ростелеком" башлығы.
Ахыры, беҙҙең уҡыусы һәм уҡытыусыларҙы, ата-әсәләрҙе "ҡыҙыу" уҡыу йылы көтә.
Фото: Кремлин.ру
Йәшлек сайтынан алынды
Читайте нас: