Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
6 Август 2020, 17:27

Килеп күреүгә етмәй

Башҡортостанда 6 августан 9-на тиклем туристик тармаҡ вәкилдәре һәм федераль киң матбуғат саралары хәбәрселәре өсөн мәғлүмәти һәм пресс-турҙар үтәсәк.

Сара “Рәсәй турҙары” проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә ойошторола. Башҡортостан биләмәһендә турҙарҙы Туризм буйынса федераль агентлыҡ республиканың Туризм буйынса дәүләт комитеты менән берлектә үткәрә. Оператор булып “Һин – легенда” Балаларға ярҙам итеү һәм үҫтереү фонды тора.
“Рәсәй турҙары” проектының төп маҡсаты төбәктәрҙең туристик мөмкинлектәрен донъя һәм эске туристик баҙарҙа алға сығарыу, конкуренцияға һәләтлелеген арттырыу, шулай уҡ Рәсәй һәм сит ил туристик бизнесына Рәсәй туристик баҙары мөмкинлектәре тураһында мәғлүмәт биреү. Был проектта илдең 14 төбәге ҡатнаша.
Мәғлүмәт һәм пресс-турҙарҙа ете туристик ойошма вәкиле ҡатнашасаҡ. Шулай уҡ Башҡортостанға «Лента.ру», «Национальная Служба Новостей», «Новый Крит, The New Crete», «АиФ-Петербург», «Metro» һәм «Сноб Медиа» федераль баҫмалары хәбәрселәре килә.
Дүрт көн дауамында сәйәхәтселәр республиканың тарихи һәм иҫтәлекле урындары, төрлө тәбиғәт һәм архитектура һәйкәлдәре, ял базалары һәм отелдәр менән танышасаҡ, “Торатау” геопаркы, “Шүлгәнташ” мәмерйәһе һәм башҡа ҡыҙыҡлы туристик урындарҙа буласаҡ. Билдәле блогер һәм йәмәғәт эшмәкәре Рәйес Ғәбитов ҡунаҡтарға әле һалынған Ҙур Көньяҡ Урал һуҡмағы тураһында һөйләйәсәк. Өфөлә турҙа ҡатнашыусылар ҡаланың тарихи үҙәгендә һәм заманса урындарында буласаҡ.
9 августа Нуриман районында республиканың Туризм буйынса дәүләт комитеты, туристик тармаҡ һәм пресса вәкилдәре менән түңәрәк өҫтәл ултырышы үтәсәк. Улар Башҡортостандың туристик мөмкинлектәрен тикшерәсәк, туризм үҫеше мәсьәләләрен ҡараясаҡ.
Башҡортостандың туристик мөмкинлектәрен күрһәтеү бөтә Рәсәйҙән туристар йәлеп итергә ярҙам итер тип ышанабыҙ.
Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас: