Даирә
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
4 Август 2020, 18:39

Сир билдәләрен йәнә иҫкә төшөрҙөләр

Һаулыҡ һаҡлау министрлығында коронавирус таралыуын иҫкәртеү мәсьәләләренә арналған брифингта республикалағы эпидемиологик хәлгә байҡау яһалды һәм миҙгел һайын әйләнеп килгән киҙеүгә әҙерлек тураһында һүҙ барҙы.

Коронавирус инфекцияһы әлегә беҙҙән китергә уйламай, һуңғы тәүлектә йәнә 35 кешенең уны йоҡторғаны асыҡланды. Шулай итеп, сирҙе йоҡторғандар һаны 6 886-ға етте. Әле 188 кеше стационарҙа дауалана, 36-һы ауыр хәлдә. Амбулатор шарттарҙа дауаланғандар байтаҡ.Тәүлек эсендә 77 ауырыу һауыҡҡан, тип хәбәр итте һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Ирина Кононова.
Министрлыҡтың штаттан тыш баш инфекционист-табибы Дамир Вәлишин мәкерле сирҙең һыҙаттары тураһында йәнә иҫкә төшөрҙө. Уның әйтеүенсә, инфекцияның инкубация осоро уртаса – ете көн. Сир хәл бөтөүҙән, температура күтәрелеүҙән башлана. Айырым билдәһе – еҫ, тәм һиҙеү юғалыуы. Аҙаҡ тамаҡ ҡысыта, йүтәл башлана, тын ҡыҫыла, һауа етешмәй, күкрәк ситлегендә ауыртыу һиҙелә.
Республикала пневмококка ҡаршы вакцина яһау башланған. Ул тәү сиратта хәүеф төркөмөндәге кешеләргә ҡағыла, балалар һәм 60 йәште уҙған өлкәндәр иҫкәртеү сараларын алырға тейеш. Поликлиникаға барып, терапевт менән кәңәшләшеү мотлаҡ.
Рәсәйҙә тәүлектә 5 159 кешелә коронавирус раҫланған, 144 ауырыу вафат булған.
Фото: Ксения Калинина
Автор: Дина Арсланова
Читайте нас: