Даирә
-26 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
4 Август 2020, 16:43

Республикала үлем кимәле кәмегән

"Башстат" ағымдағы йылдың 4 айына йомғаҡ яһаны.

Шуныһы ҡыуаныслы: республикала үлем кимәле кәмегән. Былтыр ошо осорҙа 16981 кеше мәрхүм булһа, быйыл 16502 кеше яҡты донъя менән хушлашҡан ( 1000 кешегә 12,8 мәрхүм тура килә).
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, үлем кимәле артҡан районда ҙа бар. “Ҡара исемлектә”- Баҡалы (158 кеше), Миәкә (147), Борай (125), Архангел (104), Ауырғазы(191) райондары.
Ә Өфө районында, Нефтекама, Октябрьск ҡалаларында, киреһенсә, мәрхүмдәр һаны кәмегән.
Баш ҡалала ла ыңғай тенденция күҙәтелә.
Фото: proufu.ru
Автор: Римма Султанова
Читайте нас в