Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
23 Июль 2020, 22:31

39 кеше ауыр хәлдә

Ысынлап та, республика дауаханаларында урын бөткәнме, шуға күрә медицина ярҙамы һорап мөрәжәғәт иткәндәрҙе учреждениеларға ҡабул итмәйҙәрме? Был хаҡта социаль селтәрҙәрҙә төрлө мәғлүмәттәр йөрөй.

Һаулыҡ һаҡлау министрлығында был хәбәрҙе кире ҡаҡтылар. ”Республикала инфекцион профилдәге урын фонды 2675 берәмек тәшкил итә. Әле 1110 урын буш. Бынан тыш, резерв фонды бар, эпидемиологик хәл насарланғанда, ул шунда уҡ йәйелдереләсәк,” - тигән яуап алынды министрлыҡтың матбуғат хеҙмәтенән.
Урындар әллә күпме булһа ла, сирҙе эләктермәҫкә, эпидемиологик ҡағиҙәләрҙе үтәргә тырышайыҡ, тип әйтергә генә ҡала. Мәкерле сир һаны һуңғы тәүлек эсендә йәнә 37 кешегә артҡан, шулай итеп, пандемия осоронда бөтәһе 6 463 кешелә сир раҫланған. Тәүлектә 14 ауырыу һауыҡҡан. Стационарҙа 207 пациент дауалана, шул иҫәптән, 39 ауырыу ауыр хәлдә, 11 кеше үпкәне яһалма елләтеү аппаратына тоташтырылған. 1 458 кеше амбулатор шарттарҙа дауалана.
Рәсәйҙә тәүлек эсендә 5 848 кешелә коронавирус раҫланған, 147 ауырыу вафат булған.
Фото:”Башинформ.”
Автор: Дина Арсланова
Читайте нас: