Даирә
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
22 Июль 2020, 12:44

Волга буйы федераль округында – беренсе

1971 йылдан алып, ярты быуатҡа яҡын, Башҡортостанда балаларға дауалау-иҫкәртеү ярҙамын күрһәтеү структураһы – мәктәп стоматологияһы эшләй. Был – балалар стоматологияһының айырым өлкәһе.ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Бөгөн республикала 1310 белем биреү ойошмаһы бар. Уларҙа, 2020 йылдың 1 ғинуарына тиклемге мәғлүмәттәргә ҡарағанда, 153 стоматология кабинете эшләй, тип хәбәр итә республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте. Уларҙың 61-е – Өфөлә, 40-ы Стәрлетамаҡта урынлашҡан. Бынан тыш, Салауат, Октябрьский ҡалаларында һәм Дүртөйлө районында – 6-шар, Илеш һәм Ишембай райондарында – 5-шәр, Учалы районында – 4, Яңауыл һәм Нефтекама ҡалаларында – 3-шәр, Межгорье, Сибай ҡалаларында, Бөрө, Благовещен, Бүздәк райондарында – 2-шәр, Ғафури, Ейәнсура һәм Мәләүез райондарында 1-шәр кабинет бар.
“Юғарыға ос” мәғариф проекты сиктәрендә республикала тағы 61 мәктәптә стоматология кабинеты эшләй башланы. Проекттың “Сәләмәт йылмайыу” модуле һөҙөмтәһендә республиканың һәр муниципаль берәмегендә балаларға стоматология ярҙамының географик уңайлылығы принциптары тормошҡа ашырылған.
Бөгөн мәктәп стоматология кабинеттары һаны буйынса Башҡортостан Волга буйы федераль округында беренсе урынды биләй. Былар барыһы ла ил Президенты Владимир Путиндың май указдары нигеҙендә барлыҡҡа килгән “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты ярҙамында мөмкин булды.
Фото: пресс-служба Минздрава Башкирии
Автор: Айһылыу Низамова
Читайте нас: