Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
22 Июль 2020, 20:53

Фольклориада иң юғары кимәлдә үтергә тейеш

Бөгөн Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Андрей Назаров Хөкүмәттә эш кәңәшмәһе үткәрҙе.

Ул 2021 йылда Башҡортостанда VI Бөтә донъя CIOFF Фольклориадаһын үткәреүгә арналды.
Бөтәбеҙгә лә билдәле булыуынса, Фольклориада быйыл беҙҙә июлдең икенсе яртыһында үтергә тейеш ине. Тик коронавирус пандемияһы арҡаһында башҡа шундай уҡ күң күләмле саралар кеүек 2021 йылға күсерелде.
Фольклор һәм традицион сәнғәттәр фестивалдәрен ойоштороу буйынса Халыҡ-ара Совет менән килешеп, Фольклориаданы киләһе йылда, июлдең тәүге яртыһында, үткәреү тураһында ҡарар ҡабул ителде.
Республиканың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡава килтергән мәғлүмәттәр буйынса, унда 80 самаһы илдең ҡатнашыуы көтөлә. 2020 йылдың 15 июленә ҡарата 57 ил теркәлгән. Бөтәһе был халыҡ-ара кимәлдәге сараға 2500 самаһы кешенең килеүе көтөлә.
Фольклориаданың күсмә өлөшө үтәсәк ете фестиваль округы билдәләнде. Улар эсенә 34 район инәсәк.
Андрей Назаров белдереүенсә, әҙерлек буйынса төп саралар үткәрелһә лә, ҡалған ваҡытты мөмкин булғанса файҙалы итеп сарыф итергә кәрәк.
– Республикаға бик күп ҡунаҡтар киләсәк һәм уны яҡшы яҡтан күрһәтергә кәрәк. Ә беҙҙең күрһәтәһе нәмәләр бик күп. Хәҙер бөтәбеҙгә лә берләшергә һәм эште башларға кәрәк: 2021 йылда Фольклориада иң юғары кимәлдә үтергә тейеш, - тине ул.
Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас: