“Быға тиклем мәҙәниәттәге ирекмәнлек хәрәкәтенә федераль кимәлдә ярҙам күрһәтелмәне. Шуға 2019 йыл һөҙөмтәләре, ысынлап та, алға китеш менән билдәләнде. Ирекмәндәр сафына 43 меңдән ашыу кеше инде, уларҙың күләмле проекттары тормошҡа ашырылды, 900-ҙән ашыу мәҙәни мираҫ объектында ремонт һәм төҙөкләндереү эштәре атҡарылды”, – тип белдергән Рәсәй мәҙәниәт министры урынбаҫары Ольга Ярилова.
Әйткәндәй, “Мәҙәниәт ирекмәндәре” проекты “Мәҙәниәт” милли проекты сиктәрендә тормошҡа ашырыла. Уның маҡсаты – ирекмәнлек хәрәкәте ярҙамында ил күләмендә мәҙәни мираҫты һаҡлау институты булдырыу. Ә “Мәҙәниәт” милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдары нигеҙендә барлыҡҡа килгәйне.