Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров менән “Ростех” генераль директорының беренсе урынбаҫары Владимир Артяков төҙөлөшкә символик рәүештә башланғыс бирҙе.
– Өфөләге был үҙәк Дәүләт корпорацияһының илдәге беренсе кадрҙар әҙерләү мәктәбе буласаҡ, – тине Владимир Артяков. – Беҙ бының кеүек үҙәктәрҙе эре предприятиеларыбыҙ булған башҡа ҡалаларҙа ла асырға йыйынабыҙ. Был белем биреү проектына беҙ 2,4 миллиард һум аҡса һаласаҡбыҙ.
Былтыр Өфө моторҙар эшләү берекмәһе үҙҙәренә талап ителгән эшсе һөнәрҙәргә дуаль система буйынса белем биреү өсөн авиация кластрының һөнәри белем биреү үҙәге булдырыу тураһында ҡарар ҡабул иткәйне. Бында “Металладрҙы эшкәртеү” һәм “Мехатроника” белгеслегенә өйрәтәсәктәр.
Пландар буйынса, бында “УМПО” өсөн генә түгел, ә “Ростех”тың башҡа предприятиелары өсөн дә белгестәр әҙерләү күҙаллана. Бер йыл эсендә яңы үҙәктә ике мең самаһы кеше белем ала һәм яңынан әҙерләү курстары үтә аласаҡ. Уның уҡытыусылары Германияла квалификацияһын күтәреп ҡайтҡан
Үҙәк 2021 йылда асыласаҡ.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.