Бүздәк районының Ҡаран ауылы мәктәбендә капиталь ремонт бара. Ул яңы уҡыу йылына тамамланырға тейеш. Төҙөкләндереү эштәре ил Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Мәғариф” милли проектына ярашлы тормошҡа ашырыла.
Ҡаран мәктәбен капиталь яңыртыу былтыр сентябрҙә башланған. Ошо маҡсатҡа республика бюджетынан 14 миллион һум аҡса бүленгән, район да бер миллион һум йүнәлткән. Дүрт миллион һумға ҡорамалдар һәм йыһаз һатып алынған.