Даирә
-18 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
9 Июль 2020, 20:33

Табиптарға ярҙам итәләр

Коронавирус инфекцияһына бәйле пандемия кемдең кемлеген һәм ниндәй бизнестың социаль яҡтан яуаплы булыуын күрһәтте. Ауыр иҡтисади шарттарға ҡарамай, күп компаниялар хәйриәлек менән шөғөлләнә башланы. Шуларҙың береһе – “Солар Системс” компанияһы.

“Солар Системс” компанияһы Рәсәйҙә ҡояш парктарын төҙөү һәм эксплуатациялау менән шөғөлләнә. Үҙҙәре эшләгән төбәктәрҙә улар медицина учреждениеларына әүҙем ярҙам итә. Мәҫәлән, беҙҙең республикала “Башҡортостандың Сауҙа-сәнәғәт палатаһы” союзы менән берлектә 6,5 миллион һумлыҡ дөйөм суммаға ярҙам күрһәтелгән.
Компания республиканың медицина учреждениеларына алты меңдән ашыу FFP3 маркалы респираторҙар тапшырған. Был респираторҙар һаулыҡты ла һаҡлай, медицина хеҙмәткәрҙәренә һәм пандемия шарттарында ғүмерҙәрҙе ҡотҡарған һәр кемгә эшләү өсөн уңайлыраҡ та. Cool Flow тын сығарыу клапаны тын алыуға түбән ҡаршылыҡ күрһәтә, аралашыуҙы еңеләйтә, сығарылған тын аҫҡа йүнәлә, был һаҡланыу күҙлектәренең тирләүен кәметә. Клапандың конструкцияһы бик үҙенсәлекле, ул битлектән мөмкин тиклем күберәк йылыны һәм дымды сығарыуға иҫәпләнгән.
Пандемия осоронда компания үҙенең хеҙмәткәрҙәрен яҡлау өсөн мөмкин булғандың барыһын да эшләй, шул уҡ ваҡытта үҙәк офис эшмәкәрлеге һәм ҡояш электр станцияларын төҙөү планға ярашлы бара. Йыл аҙағына тиклем “Солар Системс” Башҡортостанда дөйөм ҡеүәте 50 МВт булған алты генерация объектын файҙаланыуға тапшырмаҡсы. Планлаштырылған инвестиция күләме алты миллиард һумдан ашыу, бында 60 яңы эш урыны булдырыу көтөлә.
“Солар Системс” партнерҙарын һәм барлыҡ социаль яуаплы бизнесты медицина хеҙмәткәрҙәренә ярҙам итеүгә ҡушылырға саҡыра. Дөйөм тырышлыҡ күңелһеҙ иҡтисади эҙемтәләрҙе еңергә, ғүмерҙәрҙе ҡотҡарырға һәм көрсөк осорон ҡыҫҡартырға ярҙам итәсәк.
Фото: Башинформ.
Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас: