Даирә
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
17 Июнь 2020, 19:22

20 мең өҫтәмә вакцина һатып алына

Башҡортостанда быйылғы йәйҙә пневмококк инфекцияһынан өҫтәмә рәүештә 20 мең вакцина һатып аласаҡтар. Ә дөйөм алғанда, 50 меңдән ашыу вакцинаға 96,6 миллион һум аҡса йүнәлтеләсәк.ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы хәбәр итеүенсә, 20 мең өҫтәмә вакцина коронавирус пандемияһы шарттарында 65 йәштән ололарҙы һәм хәрби хеҙмәткә саҡырылыусыларҙы иммунизациялау өсөн тәғәйенләнә. Быға тиклем раҫланған планға ярашлы, быйылғы йылда әлеге инфекциянан 30 мең самаһы кешене вакцинациялау ҡаралған ине.
“Вакцинациялауҙың төп маҡсаты – тын юлдары сирҙәре аҙыуына, уларға бәйле үлем осраҡтары артыуына юл ҡуймау, был тәңгәлдәге үлем күрһәткесен Рәсәйҙәге уртаса кимәлгәсә кәметеү. 2022 йылға беҙ иҫәп тотҡан күрһәткес – 100 мең кешегә 41,3. Хеҙмәткә яраҡлылыҡ йәшенән үткән, социаль тәьминәт учреждениелары ҡарамағында булған граждандар пневмококк инфекцияһына ҡаршы вакцинаны “Демография” милли проектына ярашлы ала”, - тип аңлатма бирҙеләр Һаулыҡ һаҡлау министрлығында.
Ил Президенты Владимир Путиндың май указдары тарафынан билдәләнгән “Демография” милли проекты халыҡтың сәләмәтлеген хәстәрләүҙе, медицина ярҙамын сифатлыраҡ һәм һәр кем өсөн уңайлы итеүҙе, халыҡтың уртаса ғүмер оҙайлығын арттырыуҙы һәм башҡа бихисап көнүҙәк бурыстарҙы хәл итеүҙе тәүмаҡсат итеп ҡуя.

Фото: sakhatime.ru
Автор: Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: