Даирә
-22 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
14 Июнь 2020, 16:08

Заман үҙе үҙгәрештәр талап итә

Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев Конституцияға төҙәтмәләр индереү буйынса Дөйөм Рәсәй тауыш биреүгә бәйле ҡануниәтте камиллаштырыу буйынса депутаттарҙың пландары тураһында һөйләне. Билдәле булыуынса, сара Рәсәй Президенты Владимир Путин тарафынан 1 июлгә тәғәйенләнде.#ВладимирПутин

"Конституция үҙенең йәшәүгә һәләтлелеген күрһәтте, шулай ҙа тормош бер урында тормай, яңы талаптар барлыҡҡа килә. Төп Закон ябай булмаған иҡтисади һәм сәйәси хәлдәр ваҡытында ҡабул ителде. Бөтә нескәлектәрен дә күҙаллау, илдең киләсәктәге үҫешен алдан белеү мөмкин түгел ине. Ике-өс тиҫтә йыл бер ҡарауға әҙ кеүек, әммә тормош ҡырҡа үҙгәрә. Бөгөн Конституцияны яңы мөнәсәбәттәргә, заман талаптарына яраҡлаштырырға кәрәк.
Төҙәтмәләр пенсияларҙы, йәшәү минимумынан түбән булмаған хеҙмәткә түләүҙең минималь күләмен даими индексациялауҙы, Рәсәйҙә мөһим вазифалар биләгән кешеләргә сит ил гражданлығына эйә булыуҙы тыйыуҙы, Президент вазифаһына кандидаттарға өҫтәмә талаптарҙы Конституцияла нығытыуҙы күҙ уңында тота. Бынан тыш, илебеҙҙең тәбиғи байлыҡтарын һаҡлап ҡалыу, дәүләттең бөтөнлөгөн, бойондороҡһоҙлоғон көсәйтеү, уның оборонаға һәләтлелеген арттырыу тураһындағы положениелар мөһим", – тип белдерҙе Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев.
Мәғлүм булыуынса, әлеге ваҡытта мөһим сараға етди әҙерлек бара. Был юлы һайлау комиссияларына тауыш биреүҙе ойоштороу бурысы ғына ҡуйылманы, улар граждандарҙың хәүефһеҙлеге өсөн дә яуаплы. Ошо маҡсатта һайлау участкаларында һәр кемгә махсус зарарһыҙландырыу әйберҙәре биреләсәк.
Фото: “Башинформ”.
Автор: Рәмилә Мусина
Читайте нас в