Даирә
-1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
14 Июнь 2020, 11:25

Алма үҫтер – субсидия бирәләр

Башҡортостанда һут етештереүҙе арттырасаҡтар һәм еләк, алма үҫтергән фермерҙарға ярҙам күрһәтәсәктәр. Был 2026 йылға тиклем ауыл хужалығын үҫтереү буйынса төбәк программаһында ҡаралған.#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Ведомствонан белдереүҙәренсә, йыл аҙағына тиклем аграрийҙар интенсив баҡсасылыҡты үҫтереүгә әҙерлек алып барасаҡ. Ауыл хужалығы эскперттары Үзбәкстан, Краснодар крайы һәм Ҡырым тәжрибәһен иҫәпкә алған. Баҡсаларҙы әҙерләү былтыр уҡ башланған.
"Беҙ баҡсасылыҡ менән ныҡлап шөғөлләнергә теләгән бәләкәй хужалыҡтарға, иҡтисад субъекттарына да субсидиялар тәҡдим итәбеҙ. Бер гектарға 500 мең һум килеп сыға. Ерҙе әҙерләү, уңышты һаҡлау һәм логистика системаһын индергәндәр ҙә ярҙам аласаҡ", – тип белдерҙе Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов.
Уның әйтеүенсә, әлегә республикала баҡсасылыҡ, емеш культуралары менән эшләү кеүек тармаҡтарҙа программалар тейешле кимәлдә үтәлмәй. Был өлкәләр 2021 – 2026 йылдарҙа ғәмәлгә ашырыласаҡ, төбәк Хөкүмәте тарафынан раҫланған “Ауыл хужалығын үҫтереү һәм ауыл хужалығы тауарҙарын, сеймалын, һатыу баҙарын көйләү” дәүләт программаһына ярашлы ярҙам аласаҡ. Унда алты төрлө йүнәлеште хәстәрләү ҡаралған. Ҡуйылған маҡсатҡа өлгәшеү өсөн программа буйынса тәүге йылда 5 миллиард 498 миллион һум бүленә.
Фото: Т.Роза
Автор: Рәмилә Мусина
Читайте нас: