Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
8 Июнь 2020, 15:08

Баҫыуҙарҙа эш ҡайнай

Ауыл кешеһе бер ҙә бушап тора алмай, уны бер мәшәҡәт артынан икенсеһе көтә. Аграрийҙар ҙа сәсеүҙе тамамлау менән инде шытып сыҡҡан үҫемлектәрҙе тәрбиәләргә тотондо. Сөнки мул уңыш алыр өсөн сәселгән культураларҙы ваҡытында ҡарау мөһим.

Районыбыҙ баҫыуҙарында ла үҫемлектәрҙе химик утау киң ҡолас менән бара. Был мөһим эшкә “Үҙәк” МТС-ының Ҡыр­мыҫҡалылағы “Нива” филиа­лы эшсәндәре тәүгеләрҙән булып тотонған. Улар сәсеү­лектәрҙе тәрбиәләүгә ҙур иғтибар бирә. Беҙ барғанда баҫыуҙарҙы эш­кәртеү сөгөлдөр план­та­цияһында бара ине. Унда эш барышына етәкселек иткән бүлексә управляющийы Әнүр Абнасировты, әйҙәүсе аг­роном Рәүф Мортазинды, бү­лек­сә аг­рономы Айҙар Бик­та­шевты ла осраттыҡ. Әйткән­дәй, унда сервис хеҙмәте лә килгәйне. Инженер Ғәлинур Кәримов спутник аша күрһәт­кән на­вигаторҙы алмаштырҙы. Эште заманса техника башҡарыуы бер кемгә лә хәҙер яңылыҡ түгел. Шулай ҙа был нави­гаторҙың рәт араларын йыһан аша тигеҙләп күрһәтеүе аптыратты һәм һоҡ­ландырҙы!
Әнүр Зәйнулла улының һүҙ­ҙәре буйынса, бүлексәлә дөйөм ер 5412 гектар булһа, быйылғы йылда уның 4972-һендә бөр­төклө һәм техник культуралар үҫтерелә. Ә 440 гектары парға ҡалдырылған. Шуларҙан ужым бойҙайы 1267, яҙғы бойҙай 1268, арпа 704, ҡарабойҙай 262, борсаҡ 307, сөгөлдөр 212, көнбағыш 501, рапс 282 гектар ерҙәрҙе биләй. Шулай уҡ күп йыллыҡ үләндәр - люцерна 61 һәм козлятник 494 гектарҙарҙа сәселгән. Ошо майҙан ерҙәрҙең барыһына ла химик утау үткәрелә.
- Ужым культуралары баҫыуҙарында химик утау эшен тамамлап, әлеге ваҡытта яҙғы культуралар сәселгән билә­мәләрҙә эшләйбеҙ. Шытымдар яҡшы, сәсеүлектәр күҙгә кү­ренеп күтәрелә. Улар гер­бицид, фунгицид һәм инсек­тицид ме­нән ҡый үләндәренә, ҡорот­ҡостарға һәм ауырыу­ҙарға ҡаршы эшкәртелә. Хи­мик утау технология буйынса өс тапҡыр уҙғарыла.
(Дауамын гәзиттән уҡығыҙ)
Фәниә Сәлимгәрәева.
Роза Тажетдинова фотолары.
Читайте нас: