Михаил Мишустин “Алға” тураһындағы ҡарарға ҡул ҡуйҙы
Башҡортостанда “Алға” махсус иҡтисади зонаһы ойошторолдо. Рәсәй Хөкүмәте рәйесе Михаил Мишустин ошо туралағы ҡарарға ҡул ҡуйҙы. Махсус биләмә төбәк Башлығының башланғысы буйынса республиканың Ишембай һәм Стәрлетамаҡ райондары сигендә төҙөлдө. Уны теркәү тураһындағы ғаризаға Радий Хәбиров былтыр августа ҡул ҡуйғайны.
Махсус иҡтисади зона участкаларының (һәр районда икешәр) дөйөм майҙаны 470 гектар тәшкил итә, шуның 200 гектарҙан ашыуы проекттарға резервланған.
Әлегә тиклем ете потенциаль резидент инвестиция проекттарын тормошҡа ашырырға ниәт белдергәйне. Улар иҫәбендә нефть химияһы, приборҙар эшләү, аҙыҡ-түлек сәнәғәте предприятиелары бар. Тағы ла 11 инвестор менән һөйләшеүҙәр алып барыла.