Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Бөтә донъя фольклориадаһы дүрт йыл һайын уҙғарыла. Тиҫтәләгән илдән килгән фольклор коллективтары бейеүҙәр, музыка, һөнәрҙәр һәм халыҡ уйындары ярҙамында үҙҙәренең традициялары менән уртаҡлаша.
Башҡортостан Республикаһында CIOFF® VI Бөтә донъя фольклориадаһы быйыл июлдең икенсе яртыһында уҙырға тейеш ине, ләкин апрель башында, башҡа ҙур халыҡ-ара саралар кеүек үк, коронавирус пандемияһына бәйле 2021 йылға күсерелде.