Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
21 Май 2020, 18:33

Йәмәғәтселек күҙәтеүе мөһим

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Рәсәй Президенты Владимир Путин Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамәһендә Рәсәй Федерацияһы Конституцияһына үҙгәрештәр индереүҙе тәҡдим иткәйне.

Ғинуарҙа ул Рәсәй Дәүләт Думаһы ҡарамағына ил Конституцияһына индереләсәк төҙәтмәләр сағылдырылған закон проектын сығарҙы. Ил етәксеһе 1993 йылғы Конституцияның ғәмәли әһәмиәте кәмемәһә лә, заман талаптарын иҫәпкә алып, уға үҙгәрештәр индереү зарурлығы хаҡында белдерҙе. Шулай итеп, 11 мартта Рәсәй Дәүләт Думаһы өсөнсө уҡыуҙа Рәсәй Федерацияһы Конституцияһына төҙәтмәләрҙе ҡабул итте.
Йәмәғәтселек күҙәтеүенең төп маҡсаты – кешенең гражданлыҡ һәм сәйәси хоҡуҡтары буйынса ҡабул ителгән дөйөм халыҡ-ара стандарттарға ярашлы, һайлауҙың ғәҙел үтеүен тәьмин итеү ул.
Бөгөн асыҡ дистанцияла үткән онлайн-осрашыуҙа Башҡортостанда Рәсәй Федерацияһы Конституцияһына төҙәтмәләр индереү буйынса тауыш биреүҙә ошо йәмәғәтселек күҙәтеүенә әҙерлек мәсьәләләре ҡаралды. Сарала Мәскәүҙән дә белгестәр – Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Гражданлыҡ йәмғиәте һәм кеше хоҡуҡтары буйынса советы ағзаһы Александр Брод, “Бойондороҡһоҙ йәмәғәтселек мониторингы” ассоциацияһының башҡарма директоры Алена Булгакова һәм Башҡортостандан сәйәсмәндәр, юристар һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре – Ольга Панчихина, Максим Божко, Альберт Хөсәйенов, Кирилл Складанюк, Айгөл Ямғырсина һәм башҡалар ҡатнашты. Онлайн-осрашыуҙы Башҡорт дәүләт университетының философия һәм политология кафедраһы доценты, юридик фәндәр кандидаты Светлана Парфенова алып барҙы.
Әйткәндәй, әлегә Рәсәй Федерацияһы Конституцияһына төҙәтмәләр индереү буйынса тауыш биреү көнө, билдәле эпидимиологик хәлгә бәйле, аныҡ билдәле түгел.
Автор: Айһылыу Низамова
Читайте нас: