Даирә
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
19 Май 2020, 23:12

Ил Президенты кәңәшмә үткәрҙе

Бөгөн Рәсәй Президенты Владимир Путин видеоконференция тәртибендә иҡтисадҡа һәм социаль өлкәгә ярҙам күрһәтеү буйынса әлегә тиклем күрелгән сараларҙы тормошҡа ашырыуға арналған кәңәшмә үткәрҙе. Унда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров та ҡатнашты.#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Президент коронавирус сире таралыуы шарттарында мөһим ҡарарҙар ҡабул ителеүен, медицина белгестәренә һәм социаль хеҙмәткәрҙәргә, балалы ғаиләләргә, предприятиеларға, бизнесҡа ярҙам итеүгә федераль ҡаҙнанан бик күп аҡса бүленеүен телгә алды.
Кәңәшмәлә ҡатнашыусылар власть органдары эшенең һөҙөмтәлелеген тикшерҙе, кешеләргә һәм аныҡ ойошмаларға ярҙамдың йылдам барып етеү-етмәүе хаҡында фекер алышты.
Фото: РИА Новости/Алексей Никольский
Автор: Лилия Давлетбакова
Читайте нас: