Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
14 Май 2020, 21:57

“Конституцияла Дәүләт Советының статусын нығытыу мөһим”

“Левада-үҙәк” граждандар йәмғиәтен үҫтереү фонды мәғлүмәттәренә ярашлы, Рәсәй халҡының ни бары алты проценты ғына илдә өр-яңы власть структураларын ойоштороуҙы Президент Конституцияға индерергә тәҡдим иткән иң мөһим төҙәтмә тип иҫәпләй. Иң-иңдәр рәтенә улар чиновниктар өсөн сит ил гражданлығын тыйыуҙы (51 %) һәм хеҙмәткә түләүҙең минималь күләменең йәшәү минимумынан түбән булмауын гарантиялауҙы (50 %) индерә.

Шул уҡ ваҡытта Дәүләт Советы кеүек илгә идара итеү институтын төҙөү ҙур әһәмиәткә эйә тигән фекерҙә Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Рөстәм Әхмәҙинуров. “Бөгөн барлыҡҡа килгән власть балансы, Төп Закон булараҡ, Конституцияла оҙаҡ йылдарға нығынырға тейеш. Был “хәнәүәт революциялар” кеүек саралар үткәрергә йәки бола сығарырға маташыуҙар булмаһын өсөн бик мөһим", – тине ул.
Политолог Сергей Семенов әйтеүенсә, Дәүләт Советы статусы махсус федераль закон менән билдәләнәсәк, әммә уның функциялары тураһында бөгөн үк ентекле уйланырға кәрәк. “Дәүләт Советы ғәмәлдәге төбәк башлыҡтарын үҙ эсенә ала. Бындай орган беҙгә артыҡ булмаҫ ине. Федерация Советында абруйлы, ихтирамлы кешеләр бар, тик улар төбәктәргә туранан-тура идара итеүҙән йыраҡ. Үҙемдең тәжрибәмдән беләм: күп кенә мәсьәләләргә төбәктәге ҡараш баш ҡалалағынан айырыла. Минеңсә, әгәр Федерация Советы закон сығарыуҙа фильтр ролен үтәһә, Дәүләт Советы илгә идара итеү мәсьәләләрен йылдамыраҡ хәл итеү мөмкинлеген бирер ине. Күп нәмә төбәк башлыҡтарына бәйле. Улар үҙҙәрендәге хәлде һәм халыҡтың ҡарашын сағылдырһа, идара итеү өсөн бындай орган беҙгә кәрәк. Тик уның статусын ентекле уйлап билдәләү шарт”, – тине ул.
Мәғлүм булыуынса, коронавирус пандемияһына бәйле, Рәсәй Федерацияһы Конституцияһына төҙәтмәләр буйынса тауыш биреү кисектерелде. 13 майҙа Дәүләт Думаһы дистанцияла тауыш биреү тураһындағы законды өсөнсө уҡыуҙа ҡабул итте. Документҡа ярашлы, ил халҡы һайлауҙа һәм референдумда арауыҡта, шул иҫәптән почта аша тауыш бирә ала. Әммә Дәүләт Думаһында билдәләүҙәренсә, был закон Рәсәй Конституцияһына төҙәтмәләр буйынса тауыш биреүгә ҡағылмаясаҡ. Уның ваҡыты тураһында һуңыраҡ хәбәр ителәсәк.
Читайте нас: