Даирә
+21 °С
Болотло
Милли проекттар
28 Август 2025, 11:14

Ауыл халҡы яңы медпункттар өсөн рәхмәтле

Баҡалы районының өс ауылында фельдшер-акушерлыҡ пункттары асылды.

Ауыл халҡы яңы медпункттар өсөн рәхмәтлеАуыл халҡы яңы медпункттар өсөн рәхмәтле
Ауыл халҡы яңы медпункттар өсөн рәхмәтле

Башҡортостандың Таллыһыҙа, Дияш һәм Ҡамышлытамаҡ ауылдарында «Оҙайлы һәм әүҙем тормош» милли проекты (национальный проект «Продолжительная и активная жизнь») буйынса заманса фельдшер-акушерлыҡ пункттары асылды, тип хәбәр иттеләр Баҡалы районы хакимиәтенән.

Быға тиклем медицина хеҙмәткәрҙәренә төп талаптарға һәм стандарттарға яуап бирмәгән биналарҙа халыҡҡа ярҙам күрһәтергә тура килә. Әле ауылдарҙа иҫке биналар урынына медицина хеҙмәткәрҙәренең һәм пациенттарҙың уңайлылығы өсөн бөтә кәрәкле ҡорамалдар менән йыһазландырылған заманса модуль комплекстары сафҡа инә.

Һәр пунктта стериль шарттарҙа манипуляциялар һәм вакцинация үткәреү өсөн процедура-прививка, фельдшер һәм акушерлыҡ тикшереүе кабинеттары бар, унда консультация алырға, буласаҡ әсәйҙәрҙең һаулығын тикшерергә һәм күҙәтергә мөмкин. Шулай уҡ дарыуҙар һәм медицина инвентарын һаҡлау өсөн айырым бүлмә бар. Һуңғы йылдарҙа Баҡалы районында 23 модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты төҙөлөп, файҙаланыуға тапшырылған.

«Оҙайлы һәм әүҙем тормош» милли проектының төп маҡсаты – халыҡтың оҙон ғүмерлелегенең яңы күрһәткестәренә өлгәшеү. 2030 йылға уртаса ғүмер оҙайлығын – 78 йәшкә, ә 2036 йылға 81 йәшкә тиклем арттырыу күҙаллана. Милли проект ярҙамында медицина учреждениелары яңыртыла, реабилитация системаһы камиллаштырыла, милли тикшеренеү үҙәктәре селтәре үҫешә, һаулыҡ һаҡлауҙы һанлаштырыу буйынса эш алып барыла. Яңыртылған милли проекттар РФ Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса 2025 йылдан тормошҡа ашырыла.

Фото: Баҡалы районы хакимиәте.

https://bashgazet.ru/news/milli-proekttar/2025-08-28/auyl-hal-y-ya-y-medpunkttar-s-n-r-hm-tle-4365299 

Автор:
Читайте нас