

“Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проектына ярашлы, Миәкә үҙәк район дауаханаһына электр кардиограммаһын һәм артериаль баҫымды тәүлек әйләнәһенә күҙәтеү комплексы алынды.
Комплекс йөрәк торошон тотош тәүлек буйына күҙәтергә мөмкинлек бирә. Ул электр кардиограммаһын, артериаль баҫымды, тын алыу функцияларын, ҡандағы кислород кимәлен теркәй. Был тикшереү ғәҙәттәге электр кардиограммаһына ҡарағанда йөрәк эшмәкәрлеге тураһында күберәк мәғлүмәт бирә. Комплекс ярҙамында йөрәк ритмы боҙолоуын, ҡан әйләнеше проблемаларын һәм патологик үҙгәрештәрҙе асыҡларға мөмкин. Был теүәл диагноз ҡуйыу һәм дөрөҫ дауа билдәләү өсөн әһәмиәтле.
– Тәүлек әйләнәһенә күҙәтеү комплексы беҙҙең өсөн бик мөһим, сөнки ул йөрәк ритмы тайпылыштарын һәм башҡа проблемаларҙы иртә стадияла асыҡларға булыша. Был дауалау һөҙөмтәлеген күтәрә һәм пациенттарыбыҙҙың тормош сифатын яҡшырта, – ти дауахананың табип-кардиологы Айгөл Абдуллина.
Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проекты (нацпроект “Продолжительная и активная жизнь”) “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектын һәм элекке ҙур ҡоласлы “Демография” проектының ҡайһы бер йүнәлештәрен артабан үҫтерәсәк. Тәү сиратта ярҙам сараларын ғүмер оҙайлылығы илдәге уртаса күрһәткестән артта ҡалған төбәктәр һәм ауылдар аласаҡ. Милли проект һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын артабан яңыртыуға йүнәлтелгән, йөрәк-ҡан тамырҙары, онкология һәм диабет сирҙәре менән көрәш буйынса федераль программалар ҙа дауам итәсәк.
Тап ошо мөһим милли проект 2030 йылға көтөлгән ғүмер оҙайлығын 78 йәшкә (артабан 80 йәшкә) тиклем еткереүҙе күҙ уңында тота. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, яңыртылған милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса 2025 йылдың 1 ғинуарынан тормошҡа ашырыла.
Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте.