

Төбәк лизинг компанияһы ярҙамында Ринат Заһиҙуллиндың Өфө медицина клиникаһы 2025 йылдың апрелендә ультратауыш диагностикаһы системаһы һәм медицина һүрәттәрен баҫыу өсөн ҡорамал алды. Ҡорамалдың дөйөм хаҡы 2,3 миллион һум тәшкил итә, тип хәбәр иттеләр Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығында. Лизинг ярҙамы “Һөҙөмтәле һәм конкурентлы иҡтисад” милли проектына ярашлы күрһәтелде.
– Льготалы лизинг бизнесҡа булышыуҙа һорау менән файҙаланған финанс инструменты булып ҡала. Айырыуса льготалы лизинг механизмын ҡулланыу һаулыҡ һаҡлауҙа ҙур роль уйнай. Бындай сара халыҡҡа сифатлы медицина ярҙамынан файҙаланыу мөмкинлеген арттыра, – тип билдәләне эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Зөһрә Гордиенко.
Яңы техника клиникала май айынан башлап файҙаланыла башланы. Заманса ультратауыш аппараттары патологияларҙы иртә стадияла асыҡларға ярҙам итәсәк
“Һөҙөмтәле һәм конкурентлы иҡтисад” проекты (национальный проект “Эффективная и конкурентная экономика”) бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ үҫешенә йоғонто яһаясаҡ, уның өсөн сәнәғәт, техно-һәм бизнес парктары инфраструктураһын һәм башҡа мөмкинлектәрҙе киңәйтәсәк.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, яңыртылған милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса 2025 йылдың 1 ғинуарынан тормошҡа ашырыла.
Фото:Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығы.