Даирә
+24 °С
Ямғыр
Милли проекттар
27 Март 2025, 10:02

Кадрҙар үҙәктәре яңыра

Башҡортостандың кадрҙар үҙәктәрендә уртаса эшкә урынлашыу ваҡыты 100 көнгә тиклем кәмегән.

Кадрҙар үҙәктәре яңыраКадрҙар үҙәктәре яңыра
Кадрҙар үҙәктәре яңыра

Башҡортостанда эш эҙләүселәр ошо маҡсатта яҡынса 3,5 ай ваҡытын сарыф итә. Өс йыл эсендә мәшғүллек хеҙмәте аша эш эҙләү ваҡыты 30 процентҡа кәмегән. Кадрҙар үҙәктәрендә теркәү иҫәбендә тороу ваҡыты 196 көндән 109 көнгә тиклем ҡыҫҡарған, тип хәбәр иттеләр республиканың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығынан.

Эш биреүселәрҙең кадрҙар ихтыяжын тиҙерәк ҡапларға яңы эш стандарттарын индереү мөмкинлек биргән. «Кадрҙар» һәм «Демография» милли проекттарына (национальные проекты «Кадры» и «Демография») ярашлы, төбәктең бөтә мәшғүллек үҙәктәрендә ошо юҫыҡтағы эш яңырыу кисерҙе.

2024 йылда республиканың халыҡ мәшғүллеге хеҙмәтенең бөтә 69 офис бинаһы яңыртылған. «Рәсәйҙә эш» берҙәм бренды аҫтында күпселек кадрҙар үҙәктәре яңыртылған, өс модулле үҙәк төҙөлгән. Сибайҙағы модулле кадрҙар үҙәге Рәсәй мәшғүллек хеҙмәте тарихында ошондай төрҙәге беренсе үҙәк була.

Мәшғүллек хеҙмәтенең эшен ойоштороуға яңы алымдар үҙ эсенә берҙәм өлгө буйынса төҙөлгән офис киңлектәрен генә түгел, ә эш эҙләүселәр һәм эш биреүселәр өсөн уңайлыҡтарҙы ла ала. Бөтә эре кадрҙар үҙәктәрендә лә клиенттарҙың бизнес һәм тормош хәлдәренә ярашлы ярҙам маршрутлаштырыу индерелгән.

Фото: glavarb.ru

https://bashgazet.ru/news/milli-proekttar/2025-03-27/kadr-ar-kt-re-ya-yra-4174496

Автор:Розалия Назарова
Читайте нас