Нуриман районында Беренсе төбәк-ара “Спорт. Лидерлыҡ. Йәштәр” тип аталған ғаилә фестивале үтте. Унда эске туризм һәм Павловка һыу һаҡлағысының рекреацион зоналарында «Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ» милли проекты сиктәрендә программаларҙы тормошҡа ашырыуҙың мөһим мәсьәләләре тикшерелде. Был хаҡта төбәктең Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығынан хәбәр итәләр.
Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров ҡатнашыусыларға сәләмләү хаты ебәрҙе, унда иҡтисади үҫеш һәм төбәк граждандарының йәшәү сифатын күтәреү өсөн туризмдың әһәмиәтен билдәләне. 2025 йылда республиканың туристик өлкәһен үҫтереүгә 230 миллион һумдан ашыу аҡса бүлеү күҙаллана, уларҙың байтаҡ өлөшө федераль бюджеттан күсәсәк.
Конференция барышында ҡатнашыусылар Павловка һыу һаҡлағысында туристик бизнес хужалары тап килгән төп проблемаларҙы билдәләне. Улар араһында: биләмәлә рекреацион йөкләмәне арттырыу, үҫешкән инфраструктураның булмауы, шулай уҡ ерҙәрҙе ауыл хужалығынан рекреационға тәғәйенләүҙе үҙгәртеү процедураһының хоҡуҡи яҡтан билдәһеҙлеге.
«Павловка һыу һаҡлағысының рекреацион биләмәләрендә туристик инфраструктураны үҫтереү «Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ» милли проекты сиктәрендә тормошҡа ашырыла. 2023-2024 йылдарҙа төбәктә туризмды популярлаштырыуға йүнәлтелгән саралар комплексы барлыҡҡа килгән. Нуриман һәм Ҡариҙел райондарында 25 эшҡыуар 100 миллион һумдан ашыу дәүләт субсидияһы алған», - тип билдәләне Башҡортостандың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры урынбаҫары Айҙар Ғәлин.
Конференция йомғаҡтары буйынса туристик территорияларҙы үҫтереү өсөн инициативалар әҙерләнде һәм маркетинг стратегиялары тәҡдим ителде. Бизнестағы проблемалы мәсьәләләрҙе дәүләт органдары вәкилдәре үҙ контроленә алды.
«Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ» (национальный проект «Туризм и гостеприимство») милли проекты инфраструктураны үҫтерергә, ҡорамалдар етештерергә, тармаҡ өсөн кадрҙар әҙерләргә һәм Рәсәй буйлап, шулай уҡ сит илдәргә сәйәхәт ҡылыуҙы үҫтерергә ярҙам итә. Туристар - сифатлы сервис һәм яҡшы тәьҫораттар, ә бизнес дәүләт ярҙамы ала. Былар барыһы ла сәфәрҙе уңайлы, хәүефһеҙ һәм ҡыҙыҡлы итә.
Яңыртылған милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡарары буйынса 2025 йылдан тормошҡа ашырыла.
Фото: БП Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығы