Даирә
+21 °С
Болотло
Милли проекттар
6 Март 2025, 10:23

Иҫке Собханғолға ла универсаль әмәлиәттәр өҫтәле килеп етте

Был хаҡта Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итте.

Иҫке Собханғолға ла универсаль әмәлиәттәр өҫтәле килеп еттеИҫке Собханғолға ла универсаль әмәлиәттәр өҫтәле килеп етте
Иҫке Собханғолға ла универсаль әмәлиәттәр өҫтәле килеп етте

Бөрйән үҙәк район дауаханаһына заманса, универсаль әмәлиәттәр өҫтәле килтерелде. Был хаҡта Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итте. Быйылдан медицина ойошмалары яңы ҡорамалдарҙы “Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проекты (национальный проект “Продолжительная и долгая жизнь”) буйынса ала.

“Заманса универсаль әмәлиәттәр өҫтәле – операцияларҙы эшләү, унан һуң ҡарау һәм тәрбиәләү өсөн уңайлы ҡарар. Ул табиптың һәр аҙымын ышаныслы һәм пациент өсөн уңайлы итә”, - тип белдергән дауахана хирургы Артур Солтанов.

Өҫтәлдең ныҡ шәп булыуы табип манипуляцияларын атҡарғанда уңайлы, тип хәбәр итә белгестәр. Уның өҫтөнә уңайлы матрас һалынған. Бынан тыш, эргәләге өҫтәлдәр төрлө инструменттарҙы, материалдарҙы һалыу мөмкинлеген бирә.

“Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проектының төп маҡсаты – оҙон ғүмер күрһәткестәренең яңыларына өлгәшеү. 2030 йылға ғүмер оҙайлылығын – 78, 2036 йылда 81 йәшкә еткереү күҙаллана. Милли проект булышлығында медицина ойошмалары яңыртыла, реабилитациялау системаһы камиллаша, милли тикшереү селтәрҙәре арта, һаулыҡ һаҡлауҙы һанлаштырыу буйынса эш бара.

Яңыртылған милли проекттар Рәсәй Президенты Владимр Путин ҡарары буйынса 2025 йылдан тормошҡа ашырыла.

Сығанаҡ, фото: БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.

https://bashgazet.ru/articles/milli-proekttar/2025-03-06/i-ke-sobhan-ol-a-la-universal-m-li-tt-r-t-le-kilep-ette-4146894

Автор:
Читайте нас