Даирә
+21 °С
Болотло
Милли проекттар
6 Март 2025, 10:28

Ашығыс хәл тыуғанда ҙур ярҙамсы

Һанлы рентген күсмә аппаратын бик еңел күсереп йөрөтөргә мөмкин.

Ашығыс хәл тыуғанда ҙур ярҙамсыАшығыс хәл тыуғанда ҙур ярҙамсы
Ашығыс хәл тыуғанда ҙур ярҙамсы

Дүртөйлө үҙәк район дауаханаһына, “Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проектына ярашлы, яңы ҡорамал алынды. Күсмә палата рентген аппараты һүрәтте кассеталарға теркәү мөмкинлеге булған рентгенография үткәреү өсөн тәғәйенләнгән. Уны ҡыҫынҡы шарттарҙа экстрен рентгенография һәм диагностика үткәреү өсөн файҙаланалар.

 Ҡорамал ярҙамында төрлө ағзалар һәм организм системалары торошон асыҡларға мөмкин. Бынан тыш, аппарат теүәллеге, йыйнаҡлығы һәм комплектацияның функционаллеге менән уңайлы.

 Һанлы рентген күсмә аппаратын бик еңел күсереп йөрөтөргә мөмкин.

“Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проекты (нацпроект “Продолжительная и активная жизнь”) “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектын һәм элекке ҙур ҡоласлы “Демография” проектының ҡайһы бер йүнәлештәрен артабан үҫтерәсәк. Тәү сиратта ярҙам сараларын ғүмер оҙайлығы илдәге уртаса күрһәткестән артта ҡалған төбәктәр һәм ауылдар аласаҡ. Милли проект һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын артабан яңыртыуға йүнәлтелгән, йөрәк-ҡан тамырҙары, онкология һәм диабет сирҙәре менән көрәш буйынса федераль программалар ҙа дауам итәсәк.

Тап ошо мөһим милли проект 2030 йылға көтөлгән ғүмер оҙайлығын 78 йәшкә (артабан 80 йәшкә) тиклем еткереүҙе күҙ уңында тота. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, яңыртылған милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса 2025 йылдың 1 ғинуарынан тормошҡа ашырыла.

Фото: Дүртөйлө үҙәк район дауаханаһы.

https://bashgazet.ru/articles/kh-ef-e-lek/2025-03-06/yep-e-atyndy-meren-g-n-4146952

Автор:Розалия Назарова
Читайте нас