Кушнаренко районының Илмырҙа ауылында йыһазландырылған пляж төҙөү буйынса башланғысты «Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ» милли проекты буйынса грант хуплау тапҡан.
Йүнсел Юлиә Валуева «Эшҡыуарлыҡ сәғәте»ндә ошондай тәҡдим менән сығыш яһаны, тип хәбәр итә төбәктең Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығынан.
4,6 миллион һум күләмендәге аҡсаны эшҡыуар яңы ҡорамал һатып алыуға һәм пляжды төҙөкләндереүгә йүнәлткән. Территорияһында сатырҙар һәм ял итеү урындары барлыҡҡа килгән, кафе төҙөлгән.
Валуева әйтеүенсә, эшҡыуарҙарға дәүләт яғынан, тәү сиратта, заманса ҡиммәтле техника һатып алыу өсөн ярҙам кәрәк. Был сервис сифатын күтәрергә һәм күберәк туристарҙы йәлеп итергә мөмкинлек бирәсәк.
Кушнаренко районының бизнес-шерифы Станислав Шиков билдәләүенсә, һуңғы өс йылда районда 163 «Эшҡыуарлыҡ сәғәте» үткәрелгән, уларҙа 4,5 миллиард һумдан ашыу суммаға 180 проект ҡаралған. Был 252 яңы эш урыны булдырырға мөмкинлек биргән.
«Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ» (национальный проект «Туризм и гостеприимство») милли проекты инфраструктураны үҫтерергә, ҡорамалдар етештерергә, тармаҡ өсөн кадрҙар әҙерләргә һәм Рәсәй буйлап, шулай уҡ сит илдәргә сәйәхәт ҡылыуҙы үҫтерергә ярҙам итә. Туристар - сифатлы сервис һәм яҡшы тәьҫораттар, ә бизнес дәүләт ярҙамы ала. Былар барыһы ла сәфәрҙе уңайлы, хәүефһеҙ һәм ҡыҙыҡлы итә.
Яңыртылған милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡарары буйынса 2025 йылдан тормошҡа ашырыла.
Фото: БП Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығы