2019 йылдан Башҡортостан “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының (национальный проект “Жилье и городская среда”) “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу" федераль проектын тормошҡа ашырыуҙа ҡатнаша. Был программа алты йыл эшләү дәүерендә 8,2 миллиард һумлыҡ 806 йәмәғәт биләмәһе төҙөкләндерелгән. Был турала Торлаҡ –коммуналь хужалығының төбәк министрлығы хәбәр итә.
Бәләкәй ҡалаларҙа һәм тарихи биләмәләрҙә уңайлы ҡала мөхитен булдырыу өсөн республика тарафынан 2,5 миллиард һум федераль аҡса йәлеп ителгән. 2024 йылда “Уңайлы ҡала мөхитен формалаштырыу “ буйынса 123 йәмәғәт киңлеге төҙөкләндерелгән, 2025 йылда тағы ла 94 объектты яңыртыу ниәтләнә. Улар яңыртылған милли проект “Йәшәү өсөн инфраструктура” милли проектына ярашлы башҡарыласаҡ (национальный проект “Инфраструктура для жизни”.)
Милли проекттар ил Президенты Владимир Путиндың ҡарары менән тормошҡа ашырыла.
Фото: "Башҡортостан" ДТРК-һы.
https://bashgazet.ru/articles/ba-sa/2025-03-03/petuniya-s-serg-erl-n-4142078