Башҡортостандан энтузиастар командаһы “Урал йөрәге” тип исемләнгән компьютер уйынын булдыра. Был проект вуз-ара студенттар кампусы резиденты – Өфөнөң Фән һәм технологиялар университеты тарафынан тормошҡа ашырыла.
Был саралар “Йәштәр һәм балалар” милли проектына ярашлы (национальный проект “Молодежь и дети” ) әҙерләнә, тип хәбәр итә төбәктең Мәғариф һәм фән министрлығы.
Мауыҡтырғыс этноуйында уйынсылар башҡорт мифологияһы һәм республиканың тәбиғәт һәйкәлдәре менән таныша ала. Сюжет иленең миф һәм легендалары буйынса сәйәхәт иткән төп героиня тирәләй ҡоролған. Сюжет нигеҙендә башҡорт эпосының төп геройҙарының береһе - Урал батырҙың ҡаһарманлығы тураһында ла тарих ята. Уйынсыларға заданиелар, квестар аша үтергә тура килә.
“Йәштәр һәм балалар” милли проекты йәш таланттарҙы үҫтереү өсөн мөмкинлектәр булдырыуға йүнәлтелгән. Яңыртылған милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡарары менән 2025 йылдан тормошҡа ашырыла.
Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайтынан.
https://bashgazet.ru/articles/milli-proekttar/2025-03-02/epos-motivy-buyynsa-kompyuter-uyyny-4141887