Даирә
+24 °С
Ямғыр
Милли проекттар
26 Февраль 2025, 15:40

Уҡыусылар һәм студенттар үҙҙәрен һынап ҡарай ала

Финанс хәүефһеҙлек буйынса халыҡ-ара олимпиада старт алды.  

Уҡыусылар һәм студенттар үҙҙәрен һынап ҡарай алаУҡыусылар һәм студенттар үҙҙәрен һынап ҡарай ала
Уҡыусылар һәм студенттар үҙҙәрен һынап ҡарай ала

«Берҙәмлек» халыҡ-ара социаль-мәғариф платформаһында финанс хәүефһеҙлек буйынса Халыҡ-ара олимпиадала ҡатнашыусыларҙы һайлап алыу башланды.

Олимпиада Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡушыуы буйынса 2021 йылдан алып йыл һайын уҙғарылып килә. Ул финанс хәүефһеҙлеген йәшәү нормаһы булараҡ популярлаштырыуға, шулай уҡ йәштәрҙә яңы типтағы фекерләү тәрбиәләүгә йүнәлтелгән. Быйылдан башлап сара «Йәштәр һәм балалар» милли проекты (национальный проект «Молодежь и дети») ярҙамында үткәрелә.

Олимпиадала, тәү сиратта, VIII – XI класс уҡыусылары, шулай уҡ юғары уҡыу йорттары студенттары ҡатнаша ала.  

28 февралгә тиклем ҡатнашыусылар алдында олимпиаданың беренсе, йәғни саҡырыу этабын үтеү бурысы тора. Ул эштәрҙең форматы менән танышырға, шулай уҡ олимпиаданың төрлө йүнәлештәрендә үҙ көсөңдө һынап ҡарарға мөмкинлек бирә. Уҡыусылар – математика, информатика, йәмғиәтте өйрәнеү, студенттар юриспруденция, ғәмәли математика, иҫәпләү техникаһы, мәғлүмәт хәүефһеҙлеге һәм башҡалар буйынса эштәр башҡара.

Саҡырыу этабы тамамланғас, эштәрҙе үтәгән ҡатнашыусыларға беренсе кимәлдәге олимпиадала ҡатнашыусы сертификаты тапшырыла. Уны шәхси портфолио өсөн файҙаланырға мөмкин.

Олимпиадала ҡатнашыу өсөн түбәндәге һылтанма буйынса теркәлергә кәрәк:

https://sodrujestvo.org/ru/olympiad/about?utm_source=press&utm_campaign=thematic-lesson&utm_content=announcement

Фото: rosfinolymp.ru 

https://bashgazet.ru/articles/-bi-t-m-m-ni-t/2025-02-26/izhadi-ail-ayyrylysh-an-4137811

Автор:
Читайте нас