- Форум ҡунаҡханаларҙың даими аралашыу майҙансығы буласаҡ, унда улар иң яҡшы идара итеү тәжрибәләре һәм технологиялары менән алмаша аласаҡ, тип ышанам. Дөйөм алғанда, туристик тармаҡ һәм ҡунаҡхана бизнесы өсөн күрһәтелгән хеҙмәттәрҙең юғары сифатын тәьмин итеү бик мөһим, - тип аңлатты Башҡортостан Республикаһының эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Зөһрә Гордиенко.
Форум программаһында панель дискуссиялар, оҫталыҡ дәрестәре һәм тармаҡтың алдынғы эксперттарының сығыштары үтте. Спикерҙар ҡунаҡхана бизнесында заманса технологиялар, персонал менән идара итеү алдымдары, туристарҙы йәлеп итеү стратегиялары хаҡында һөйләне. Ҡатнашыусылар сервис сифатын күтәреү һәм баҙарҙағы позицияларҙы нығытыу буйынса практик тәҡдимдәр алды.
Туристик өлкәләге тенденциялар һәм трендтар, проблемалары һәм мөмкинлектәре менән Рәсәй рестораторҙар һәм отельерҙар федерацияһы вәкиллегенең ҡунаҡхана йүнәлеше етәксеһе Маргарита Әғлетдинова-Сутюшева таныштырҙы. Спикер билдәләүенсә, «Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ» (нацпроект “Туризм и гостеприимство”) милли проектына ярашлы, 2030 йылға илдең тулайым эске продуктында туристик сектор өлөшө 5 процент тәшкил итергә тейеш. Туристик хеҙмәттәр экспорты күләмен өс тапҡырға арттырыу планлаштырыла. Эске сәйәхәттәр һаны йылына 140 миллионға тиклем артырға тейеш. Ойоштороусыларҙың көсөн берләштереү һәм сараларҙың берҙәм графигын булдырыу тәҡдиме менән форумда ҡатнашыусыларға «Башҡортостан Республикаһының туризмды үҫтереү үҙәге» автономлы коммерцияға ҡарамаған ойошма директоры урынбаҫары Артур Иҙелбаев мөрәжәғәт итте.
- Ваҡиға туризмы төбәкте үҫтереү өсөн мөһим фактор булырға мөмкин. Туристарҙы йәлеп итеп, ҡунаҡханаларҙың тотороҡло тулыланыуын тәьмин итеп кенә ҡалмайбыҙ, кәрәкле инфраструктура булдырыуға булышлыҡ итәбеҙ, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды спикер.
“Тәңре” компанияһы директоры Алевтина Емельянова ҡунаҡхана секторында ҡатнашыусыларҙың барыһына ла ҡағылған ҡануниәттәге үҙгәрештәр тураһында һөйләне. Форум сиктәрендә ҡунаҡхана бизнесында хәүефһеҙлекте тәьмин итеү буйынса оҫталыҡ дәресе үткәрелде. Ҡатнашыусылар ҡунаҡтар өсөн дә, хеҙмәткәрҙәр өсөн дә хәүефһеҙ атмосфера булдырыу өсөн кәрәкле төп аспекттарҙы тикшерҙе. Ҡатнашыусылар фекеренсә, форум файҙалы ғына түгел, ҡыҙыҡлы ла килеп сыҡты. Ҡунаҡхана бизнесы вәкилдәре был формат һәр кемгә үҙ фекерен белдерергә, һорау бирергә һәм фекер алышыуҙа мөмкинлек биргәнен һыҙыҡ өҫтөнә алды.
https://vk.com/away.php?to=https%3A%2F%2Fpravitelstvorb.ru%2Fnews%2F26076%2F&utf=1