2025 йылдың 5-6 февралендә Мәскәүҙә Милли граждандар авиацияһы инфраструктураһы күргәҙмәһе үтә. Ул “Һөҙөмтәле һәм конкурентлы иҡтисад” милли проекты (национальный проект “Эффективная и конкурентная экономика”) маҡсаттарына һәм бурыстарына ярашлы Рәсәйҙең Милли проекттары булышлығында уҙғарыла. Илебеҙҙең аэропорттарын яңыртыу өсөн өр-яңы технологияларын һәм ҡорамалдарын күрһәтеп, был сара күргәҙмә тарихында иң күләмлеһе булмаҡсы.
НАИС күргәҙмәһе белгестәргә һәм етәкселәргә бөтә Рәсәйҙән тармаҡтағы инновациялар менән танышыу һәм тәҡдимдәрҙе баһалау мөмкинлеген бирә. Бында тармаҡ белгестәре осраша, таныша, фекер алыша, тәжрибә уртаҡлаша һәм граждандар авиацияһының киләсәген төҙөй.
Стендтарҙа Рәсәйҙең 20 төбәгенән, шул иҫәптән Башҡортостандан, шулай уҡ Белоруссиянан, Ҡытайҙан һәм Ирандан 130-ҙан ашыу компания ҡорамалдарҙың һәм технологияларҙың һуңғы өлгөләрен тәҡдим итә. Улар араһында – техник яҡтыртыуҙан алып пилотһыҙ осоу аппараттарына тиклем, хәүефһеҙлек сиктәренән алып тиҙ төҙөлгән конструкцияларға тиклем, биометриянан алып багаж таҫмаларына тиклем, тәгәрмәсле техника һәм башҡалар. Шулай уҡ осоу һыҙаттарын һәм пассажирҙарҙы ерҙә хеҙмәтләндереү өсөн техника, инфраструктура төҙөү һәм ремонтлау өсөн IT-технологиялар, БПЛА-ға ҡаршы тороу саралары күрһәтеләсәк.
НАИС 12 йыл инде үҙ ҡанаты аҫтында меңәрләгән авиапредприятие вәкилдәрен тармаҡты көйләүселәр, ғилми институттар, уйлап сығарыусылар һәм поставкалаусы компаниялар менән берләштерә. Күргәҙмә РФ Транспорт министрлығы, Федераль һауа транспорты агентлығы (Росавиация), Федераль транспорт модернизацияһы агентлығы, Федераль транспорт һәм юл хужалығы агентлығы һәм Дәүләт-ара авиация комитеты ҡатнашлығында үтә.
Фото: 53news.ru
https://bashgazet.ru/articles/milli-proekttar/2025-02-06/aviatarma-s-n-m-im-sara-4110869