Асҡын районының Билгеш ауылында яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды, тип хәбәр иттеләр Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығында. Быйылдан фельдшер-акушерлыҡ пункттарының төҙөлөшө Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы барлыҡҡа килгән “Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проектының “Һаулыҡ һаҡлауҙың беренсел звеноһын заманлаштырыу” программаһына (программа “Модернизация первичного звена здравоохранения” национального проекта “Продолжительная и активная жизнь”) ярашлы бара.
Быға тиклем Билгеш ауылындағы фельдшер-акушерлыҡ пункты 1972 йылда канализация булмаған, һыу менән тәьмин ителмәгән бинала урынлашҡан ине. Ярты быуаттан ашыу ваҡыт үткәс барлыҡҡа килгән яңыһы иһә заманса талаптарға һәм стандарттарға тап килә. Өҫтәүенә урындағы халыҡҡа сифатлы медицина ярҙамын күрһәтеү һәм хеҙмәткәрҙәргә уңайлы эш шарттарының барлыҡҡа килеүе өсөн барыһы ла булдырылған. Һөҙөмтәлә 270 кеше, шул иҫәптән 39 бала медицина ярҙамын аласаҡ. Пациенттарҙы медицинала 15 йылдлан ашыу стажы булған Алһыу Хәләжетдинова ҡабул итә.
Сығанаҡ: БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы; фото: “Аскинская новь” гәзите.
https://bashgazet.ru/articles/milli-proekttar/2025-02-03/yarty-byuattan-ashyu-va-yt-tk-s-4105773