30 ғинуарҙа Евразия фәнни-мәғариф үҙәгенең вуз-ара студенттар кампусы базаһында “Экологик именлек” милли проектына (национальный проект “Экологическое благополучие”) ярҙам итеү маҡсатында “Росток” Халыҡ-ара тикшеренеү эштәре йәштәр ғилми-ғәмәли конференцияһы үтте.
Сарала ҡатнашыусыларҙың географияһы киңәйә. Быйыл үҙ тикшеренеүҙәрен Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән: Силәбе, Иркутск, Свердловск, Калининград, Ульяновск өлкәләренән, шулай уҡ Татарстан һәм Ҡырым республикаларынан йәш тикшеренеүселәр тәҡдим итте. Башҡортостан Республикаһының бәләкәй ҡалаларынан һәм ауыл райондарынан уҡыусыларҙың әүҙем ҡатнашыуы ҙур мегаполистарҙан ситтә лә ғилми эшмәкәрлеккә ҡыҙыҡһыныу артыуы тураһында һөйләй.
– Үҫеп килгән быуынды тәбиғәтте һаҡлау эшмәкәрлегенә йәлеп итеү хәҙерге йәмғиәт өсөн һис ҡасан булмағанса көнүҙәк. Республика йәштәре экологияны һаҡлау, алдынғы технологиялар индереү, ҡалдыҡтарҙы селектив йыйыу ярҙамында аңлы рәүештә етештереүҙе үҫтереү буйынса дөйөм эшкә йәлеп ителгән. Был бик ҡыуандыра һәм киләсәккә өмөтләнергә мөмкинлек бирә, - тип билдәләне Башҡортостандың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры урынбаҫары Камил Бирғолиев.
Йәштәр тулҡынланып һәм ғорурланып етди, әммә объектив эксперттар жюрийы алдында тулы докладтар менән сығыш яһап, көсөргәнешле эш һөҙөмтәләрен күрһәтте. Конкурс эштәре алты йүнәлеш буйынса бүленгән: медицина, физиология һәм когнитивистика; экология һәм тирә-яҡ мөхитте һаҡлау; генетика һәм биотехнология; Ер тураһындағы фәндәр; агроэкология һәм үҫемлекселек; IT-технологиялар һәм инженер ҡарарҙары өлкәһендәге эшләнмәләр.
Еңеүселәр һәм призерҙар дипломдар менән бүләкләнде, был уларҙың ҡаҙаныштарын таныу ғына түгел, шулай уҡ артабанғы ғилми эшмәкәрлек өсөн ҡеүәтле дәртләндереү сараһы ла булып тора.
Фото: Башҡортостандың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы.
https://bashgazet.ru/articles/milli-proekttar/2025-02-03/y-sht-r-etdi-esht-ren-t-dim-itte-4105528