Даирә
-13 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
4 Февраль , 22:06

Ҡыҫалаларға теймәгеҙ!

Башҡортостанда тәбиғи йәшәү мөхитенә ике меңдән ашыу ҡыҫала ебәрелгән. 

Ҡыҫалаларға теймәгеҙ!
Ҡыҫалаларға теймәгеҙ!

Башҡортостандың Туймазы районында “Ҡандракүл” тәбиғәт паркы хеҙмәткәрҙәре күл акваторияһы буйлап рейд үткәрҙе. Уның барышында 45 ҡыҫала тотҡос тартып алынды. Тәбиғи йәшәү мөхитенә ике меңдән ашыу ҡыҫала ебәрелгән.

Бындай сараларҙы артабан да уҙғарыу күҙаллана, сөнки улар ҡағиҙә боҙоуҙар һанын кәметеүгә һәм уларҙы иҫкәртеүгә булышлыҡ итә, был “Экологик именлек” милли проекты (национальный проект “Экологическое благополучие”) бурыстарына тулыһынса тап килә.

“Ҡандракүл” тәбиғәт паркының айырым һаҡланған тәбиғәт биләмәләре буйынса дирекцияһы белгестәренең әйтеүе буйынса, айырыуса һаҡланған тәбиғәт биләмәһендә селтәрҙәр менән балыҡ тотоу һәм ҡыҫала тотоу бөтөнләй тыйылған. Балыҡ браконьерлығының ҙур өлөшө балыҡ селтәрҙәре һәм ҡыҫала тотҡостар ярҙамында алып барыла. Уларҙың ҡурҡынысы саманан тыш күп тотоуҙа һәм еңел ҡулланыуҙа ғына түгел, ә үҙҙәренең хужаһы булмағанда ла балыҡ һәм ҡыҫала тотоу һәләтендә лә. Һөҙөмтәлә, инспекторға балыҡ селтәрен йәки ҡыҫала тотҡосто кем ҡуйғанын асыҡлау бик ҡыйын, бының өсөн уға күлде аҡырыға һәм буйға үтергә тура килә.

“Экологик именлек” милли проекты тирә-яҡ мөхитте хәстәрләй һәм уны халыҡ өсөн уңайлы итә. Эш бер юлы бер нисә йүнәлеш буйынса алып барыла: ҡалдыҡтарҙы сорттарға айырыу һәм эшкәртеү өсөн инфраструктура булдырыу, сүплектәрҙе һәм һыу ятҡылыҡтарын таҙартыу, урмандарҙы һаҡлау, атмосфераға ҡалдыҡтарҙы кәметеү, экологик туризмды үҫтереү һәм биологик төрлөлөктө һаҡлау. Яңыртылған милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡарары буйынса 2025 йылдан тормошҡа ашырыла.

Фото: Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы. 

https://bashgazet.ru/articles/milli-proekttar/2025-02-03/y-alalar-a-teym-ge-4105529

Автор:
Читайте нас: