Республика ҡан биреү станцияһы Башҡортостанда елек майы донорҙарын туплау үҙәге булып тора. Донорлыҡты популярлаштырыуға Рәсәйҙә “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектын дауам иткән яңы “Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проекты ярҙам итә.
–Беҙҙең ҡан биреү станцияһы бөтә республика буйынса елек майы донорҙарын туплауҙа ҙур эш башҡара. Бөгөн елек майы донорҙарының Федераль регистрында 438 меңдән ашыу кеше теркәлгән, шуларҙың 13 меңдән ашыуы Башҡортостан кешеләре, – тине станцияның баш табибы Рәмил Хәмитов.
Донорлыҡ хәрәкәтенә сәләмәт йәш кешеләрҙе йәлеп итеү маҡсатында республикала төрлө акциялар үткәрелә. Мәҫәлән, 2024 йылда “Беләм! Булдыра алам! Ярҙам итәм!” акцияһына ярашлы, Өфө ҡалаһы марафонда ҡатнашыусылар һаны буйынса рекорд ҡуйҙы.
Яңы “Оҙайлы һәм әүҙем тормош” проекты ( нацпроект “Продолжительная и активная жизнь”) “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектын һәм элекке ҙур ҡоласлы “Демография” проектының ҡайһы бер йүнәлештәрен артабан үҫтерәсәк. Тәү сиратта ярҙам сараларын ғүмер оҙайлығы илдәге уртаса күрһәткестән артта ҡалған төбәктәр һәм ауылдар аласаҡ. Милли проект һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын артабан яңыртыуға йүнәлтелгән, йөрәк-ҡан тамырҙары, онкология һәм диабет сирҙәре менән көрәш буйынса федераль программалар ҙа дауам итәсәк.
Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте.