2019-2024 йылдарҙа “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү" милли проекты сиктәрендә Башҡортостан эшҡыуарҙары 4,7 миллиард һум күләмендә дәүләт ярҙамы алған, шул иҫәптән федераль бюджеттан - 4,4 миллиард һум, төбәк ҡаҙнаһынан - 0,3 миллиард һум.
Был ярҙам төрлө программаларҙы тормошҡа ашырыуға, шул иҫәптән льготалы кредитлау, субсидиялау, шулай уҡ консультация хеҙмәттәр күрһәтеүгә һәм акселерация, белем биреү сараларын ойоштороуға йүнәлтелгән.
“Милли проектты тормошҡа ашырыу эшҡыуарҙарға 2020 йылғы пандемия һәм 2022 йылда иҡтисади санкциялар индереү тыуҙырған иҡтисади тотороҡһоҙлоҡ шарттарында үҙ позицияларын һаҡлап ҡалыу ғына түгел, ә һалым керемдәрен арттырып, үҫешергә лә мөмкинлек бирҙе. Был күрелгән сараларҙың һөҙөмтәлелеге һәм уларҙың эшҡыуарлыҡ әүҙемлеге өсөн мөһимлеге тураһында һөйләй”, - ти Башҡортостан Республикаһының эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Зөһрә Гордиенко.
Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарының Берҙәм реестры мәғлүмәттәренә ярашлы, 2024 йылдың аҙағына Башҡортостанда 141,8 мең кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекты эшләй, был 2019 йыл менән сағыштырғанда 12% күберәк. Кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары һаны буйынса республика Волга буйы федераль округында - 2-се, Рәсәй Федерацияһында 10-сы урынды биләй.
2024 йылда бәләкәй эшҡыуарлыҡ субъекттарынан һәм махсус һалым режимдарын ҡулланған үҙмәшғүлдәрҙән Башҡортостан Республикаһының тупланма бюджетына һалым керемдәре 22 миллиард һумға еткән, был 2019 йылғы күрһәткестән 2,4 тапҡырға күберәк. Республикала кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ өлкәһендә мәшғүлдәр һаны 2024 йылда 593,3 мең кеше тәшкил итә, ә 2019 йыл йомғаҡтары буйынса был күрһәткес 410,1 меңгә тиң.
“Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү" милли проектын тормошҡа ашырыу барышында 74,3 меңдән ашыу эшҡыуарға, үҙмәшғүлдәргә һәм үҙ эшен асырға ниәтләүселәргә консультация бирелгән. Алты йылда 820-нән ашыу сара, шул иҫәптән 74 белем биреү һәм акселерация программалары ойошторолған уларҙа 4,5 мең кеше ҡатнашты.
Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указына ярашлы, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү" милли проектының (национальный проект "Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы") “Эшҡыуарлыҡ алып барыу шарттарын яҡшыртыу”, "Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарын йылдам үҫтереү” төбәк проекты буйынса урындарҙа үҙ эшен асҡан йүнселдәргә ҙур иғтибар бүленә.
Фото: БР Хөкүмәте сайтынан