Йылайыр районы дауаханаһы “Lada Granta” маркалы машина менән тулыланды. Медицина ойошмаларын автомобилдәр менән тәьмин итеү Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы барлыҡҡа килгән “Оҙайлы һәм әүҙем ғүмер” милли проекты (национальный проект “Продолжительная и активная жизнь”) бурыстарын тормошҡа ашырыуға бәйле алып барыла.
Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, “Lada Granta” лифтбегы дауаханаға ашығыс һәм планлы саҡырыуҙар буйынса пациенттарҙы хеҙмәтләндереү, дарыуҙарҙы һәм тикшереү өсөн биологик материалдарҙы ташыу өсөн тапшырылған. Автомобиль багажнигына носилкалар һалынған. Улар ятҡан пациенттарҙы ташыу өсөн тәғәйенләнгән.
“Автомобилдәр паркының артыуы логистик процестарҙы ҡулайлаштырыу һәм табиптарҙың пациенттарға ярҙам күрһәтеү ваҡытын тиҙләтеү мөмкинлеген бирә”, - тип белдергән Йылайыр үҙәк район дауаханаһы баш табибы Данис Ғәлин.
Сығанаҡ: Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.