Даирә
-13 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
30 Ғинуар , 09:38

Дауахана автопаркына – тағы бер “Лада”

Автопарктың тулыланыуы логистик процестарҙы яйларға һәм табиптарҙың пациентҡа барып етеү ваҡытын ҡыҫҡартырға мөмкинлек бирҙе.

Дауахана автопаркына – тағы бер “Лада”
Дауахана автопаркына – тағы бер “Лада”

 Йылайыр үҙәк район дауаханаһы, “Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проектының тәүге звеноны яңыртыу программаһына ярашлы, Лада Гранта Лифтбек автомобилен алды.

 Автомобиль кисектергеһеҙ һәм планлы саҡырыуҙарҙы хеҙмәтләндереү һәм дарыу препараттарын, биологик материлдарҙы илтеү өсөн  тәғәйенләнгән. Рәсәйҙә етештерелгән автомобиль күп функциялы. Багажнигында йыйылмалы носилканы йөрөтөп була.

– Автопарктың тулыланыуы беҙгә логистик процестарҙы яйларға һәм табиптарҙың пациентҡа барып етеү ваҡытын ҡыҫҡартырға мөмкинлек бирҙе, – ти Йылайыр дауаханаһының баш табибы Данис Ғәлин.

 Яңы “Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли  проекты (национальный проект “Продолжительная и активная жизнь”) “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектын һәм элекке ҙур ҡоласлы “Демография” проектының ҡайһы бер йүнәлештәрен артабан үҫтерәсәк. Тәү сиратта ярҙам сараларын ғүмер оҙайлығы илдәге уртаса күрһәткестән артта ҡалған төбәктәр һәм ауылдар аласаҡ. Милли проект һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын артабан яңыртыуға йүнәлтелгән, йөрәк-ҡан тамырҙары, онкология һәм диабет сирҙәре менән көрәш буйынса федераль программалар ҙа дауам итәсәк.

 Тап ошо мөһим милли проект 2030 йылға көтөлгән ғүмер оҙайлығын 78 йәшкә (артабан 80 йәшкә) тиклем еткереүҙе күҙ уңында тота. Ул һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын артабан яңыртыуға – өс меңдән ашыу һаулыҡ һаҡлау объектын төҙөүгә, ете меңдән ашыуын ремонтлауға, 54 мең берәмектән ашыу ҡорамал һәм транспорт сараһы алыуға, перинаталь үҙәктәрҙе йыһазландырыуға йүнәлтеләсәк. Әсәлекте, репродуктив сәләмәтлекте һаҡлау һәм ауылдарҙа ғүмер оҙайлығын арттырыу буйынса комплекслы программа тормошҡа ашырыласаҡ һәм был мөһим эшкә 2030 йылға тиклем бер триллион һум аҡса тотоноласаҡ.

Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте.

Автор:
Читайте нас: