Даирә
-13 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
29 Ғинуар , 12:10

Һыу ҡәҙерен бәләкәйҙән беләләр

Башҡортостан экологтары һыу ресурстарын рациональ файҙаланыу мәсьәләләрендә балаларҙың белемен арттыра.    

Һыу ҡәҙерен бәләкәйҙән беләләр
Һыу ҡәҙерен бәләкәйҙән беләләр

“Экологик именлек” милли проектына ярҙам итеү маҡсатында Башҡортостан Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының Мәсәғүт территориаль идаралығы рәйесе урынбаҫары Илнур Әбғәлимов Мәсетле районының Абдулла ауылы мәктәбенең 1-7-се класс уҡыусылары өсөн экодәрес үткәрҙе.

Дәрес барышында Ерҙә һыуҙың барлыҡҡа килеүе, уның төп функциялары, һыу ресурстарын бүлеү, шулай уҡ һыуҙы һаҡлау һәм рациональ файҙаланыу юлдары кеүек мөһим темалар ҡаралды. Балаларға Башҡортостанда йыл һайын йылға үҙәнен турайтыу һәм ярҙы нығытыу, гидроҡоролмаларҙы ремонтлау, шулай уҡ йылға үҙәндәрен таҙартыу эштәре башҡарылыуы тураһында ентекле һөйләнеләр.

– Был саралар, һис шикһеҙ, яҡшы һөҙөмтә бирә. Әммә һәр беребеҙ һыуға һаҡсыл ҡарарға һәм һыу ресурстарының сикһеҙ булмауын иҫтә тоторға тейеш, – тип мөрәжәғәт итте балаларға тәбиғәтте һаҡлау ведомствоһы вәкиле Илнур Әбғәлимов.

Мәктәп уҡытыусылары әйтеүенсә, сара бик фәһемле булды, уҡыусылар ҙур теләк менән үҙҙәренең тәьҫораттары менән уртаҡлашты һәм һорауҙарын бирҙе.

“Экологик именлек” милли проекты (национальный проект “Экологическое благополучие”) тирә-яҡ мөхитте хәстәрләй һәм уны халыҡ өсөн уңайлы итә. Эш бер юлы бер нисә йүнәлеш буйынса алып барыла: ҡалдыҡтарҙы сорттарға айырыу һәм эшкәртеү өсөн инфраструктура булдырыу, сүплектәрҙе һәм һыу ятҡылыҡтарын таҙартыу, урмандарҙы һаҡлау, атмосфераға ҡалдыҡтарҙы кәметеү, экологик туризмды үҫтереү һәм биологик төрлөлөктө һаҡлау. Яңыртылған милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡарары буйынса 2025 йылдан тормошҡа ашырыла.

Фото: Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы. 

Автор:
Читайте нас: