Федоровка районында “Оҙайлы һәм әүҙем ғүмер” милли проекты (национальный проект “Продолжительная и активная жизнь”) ярҙамында ауыл табиплыҡ амбулаторияһы һәм фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды. Был хаҡта район хакимиәтенән хәбәр иттеләр.
Яңы табиплыҡ амбулаторияһы Дедов ауылында сафҡа ингән. Ул 400 кеше йәшәгән дүрт ауылды хеҙмәтләндерә. Фельдшер-акушерлыҡ пункты иһә Ҡараласыҡ ауылында. “Яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты һәм ауыл табип амбулаторияһы мотлаҡ медицина ҡорамалдары, инструменттар, кәрәкле материалдар, дарыуҙар, мебель менән йыһазландырылған”, - тип белдерҙеләр Федоровка районы хакимиәтендә.
Быға тиклем республиканың һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллиндың хәбәр итеүенсә, Башҡортостан сафҡа индерелгән фельдшер-акушерлыҡ пункттары һәм табип амбулаториялары һаны буйынса Рәсәйҙә алдынғы төбәктәрҙең береһе һанала.
“Оҙайлы һәм әүем ғүмер” милли проекты (национальный проект “Продолжительная и активная жизнь”) – граждандарҙың ғүмер оҙайлылығының яңы күрһәткестәренә өлгәшеү ул. Милли проект ярҙамында медицина ойошмалары яңыртыла, реабилитациялау системаҙы камиллаштырыла, һаулыҡ һаҡлауҙы һанлаштырыу бара. Яңыртылған милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса 2025 йылдан бара.
Сығанаҡ, фото: БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.