Даирә
-13 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
27 Ғинуар , 12:23

Тиҙерәк йөрөй башланыҡ

Өфөлә өс йылда урамдарҙың үткәреү һәләте 22 процентҡа артҡан.     

Тиҙерәк йөрөй башланыҡ
Тиҙерәк йөрөй башланыҡ

Өфөлә “Хәүефһеҙ сифатлы юлдар” милли проекты сиктәрендә интеллектуаль транспорт системаларын индереү һөҙөмтәһендә урамдарҙың үткәреү һәләте 22 процентҡа артҡан. Был хаҡта Өфө ҡалаһы урамдары буйлап транспорт хәрәкәте көйләнгән Ситуация үҙәгендә булғанда Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Рөстәм Ғәзизов хәбәр итте. Мәҫәлән, Өфөнөң төп магистралдәрендә: Октябрь проспектында, Салауат Юлаев проспектында, Комсомол урамында уртаса тиҙлек сәғәтенә 24,5 саҡрымдан 27,2 саҡрымға тиклем артты, ә Цюрупа һәм Зәки Вәлиди урамдары сатында хәрәкәт тиҙлеге сәғәтенә 18,9 саҡрымдан 23,4 саҡрымғаса артты.

- Өфөлә өс йыл эсендә ошо системаны индергәне бирле бигерәк тә йәнле транспорт артерияларында 140 светофор комплексы яңыртылды, видеоаналитикалы 70 камера, ике үҙгәреүсән мәғлүмәт таблоһы ҡуйылды, уларға реаль ваҡыт режимында юлдарҙағы хәл тураһында мәғлүмәт килә һәм башҡалар. Интеллектуаль транспорт системаларын индереү ярҙамында ҡалала тығындар һәм авариялар һанының кәмеүен күрәбеҙ. Был эште ҡала халҡының тормошон уңайлыраҡ итеү өсөн Юл хәрәкәтен ойоштороу үҙәге менән берлектә дауам итәсәкбеҙ, – тине Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Рөстәм Ғәзизов.

Өфөлә интеллектуаль транспорт системаларын 2026 йылға тиклем сафҡа индереү планлаштырыла. 2024 йылға тиклем ул “Хәүефһеҙ сифатлы юлдар” милли проекты сиктәрендә тормошҡа ашырылды. 2025 йылдың 1 ғинуарынан уның саралары “Йәшәү өсөн инфраструктура” милли проекты (национальный проект “Инфраструктура для жизни”) буйынса дауам итә.

Фото: Юл хужалығы һәм транспорт министрлығы. 

Автор:
Читайте нас: