2024 йылда Башҡортостандың Туймазы районында 4249 кеше ГТО нормативтарын тапшырған. Иң бәләкәй вәкилдәргә – алты, иң өлкәненә 75 йәш ине. Уҙған йылда физик мәғлүмәттәрен күрһәтеп өлгөрмәгәндәр быны быйыл эшләй ала. ГТО нормаларын тапшырыу "Физик культураны һәм спортты үҫтереү" дәүләт программаһы (государственная программа "Развитие физической культуры и спорта"). маҡсаттарына ярашлы ойошторолған.
Рәсәй Федерацияһының һәр гражданы физик әҙерлек кимәленә тест үтә ала. Быны бөтә илдә асылған махсус тест үткәреү үҙәктәрендә эшләргә мөмкин. Туймазы районында ГТО-ны тестлау үҙәгенең адресы: Туймазы ҡалаһы, 8 Март урамы, 6. Йәмғеһе йәш буйынса 18 төркөм эшләй. Һәр төркөмдә үҙ нормативтары билдәләнгән. Уларҙы тапшырыу өсөн йәшәгән урын буйынса поликлиникала терапевт йәки педиатрҙан белешмә алырға, һуңынан сайтта теркәлергә һәм нормативтар тапшырыуға яҙылырға кәрәк.
– 2025 йылға ГТО нормативтарын ҡабул итеү дауам итә. "Физик культураны һәм спортты үҫтереү" дәүләт программаһы сиктәрендә Хөкүмәт дәртләндереү системаһын индерергә планлаштыра. Мәҫәлән, 2025 йылдан алып һаулығын даими күҙәткән, спорт менән шөғөлләнгән, ауырыуҙарҙы иҫкәртеү һәм уларға ГТО нормаларын тапшырған кешеләр һалымға тотоп ҡалынған аҡсаны аласаҡ, - тип билдәләне Туймазы районы хакимиәтенең спорт бүлеге начальнигы Вячеслав Чернов.
Фото: Туймазы ҡалаһы хакимиәте.