2021 йылдан 2024 йылға тиклем Берҙәм дәүләт хеҙмәттәре порталында теркәлгән граждандар һаны 30 процентҡа тиерлек артҡан. Башҡортостан «дәүләт хеҙмәттәре алыу өсөн интернет ҡулланған граждандар өлөшө» күрһәткесе буйынса Волга буйы федераль округында – икенсе, илдең бөтә субъекттары араһында 10-сы урынды биләй. Социаль әһәмиәтле хеҙмәттәрҙе электрон формаға (йәки электрон төргә) күсереү “Һанлы иҡтисад” милли проектының (национальный проект “Цифровая экономика”) төп бурыстарының береһе булып тора, ул быйыл “Мәғлүмәттәр иҡтисады” милли проектын (национальный проект “Экономика данных”) алмаштыра.
– Тағы бер йыл тамамланды, беҙ дәүләт хеҙмәттәрен онлайн форматта алыу мөмкинлеген арттырыу буйынса тырышлыҡтарыбыҙҙы дауам иттек. Шуға бәйле, 2024 йылда дәүләт хеҙмәттәре сифатының уртаса баһаһы 4,4 балл кимәлендә бик ҙур күренә. Әммә беҙ өлгәшелгәндәр менән генә туҡтап ҡалырға йыйынмайбыҙ. 2025 йылда тағы ла 25 хеҙмәтте электрон форматҡа күсерергә планлаштырабыҙ. Шулай уҡ беҙ ведомство-ара электрон хеҙмәттәшлек итеүҙе яҡшырттыҡ һәм 2019 йылдан алып мәғлүмәт алыу өсөн 168 сервис, шулай уҡ республика ведомстволары араһында мәғлүмәттәр менән алмашыу өсөн 27 төбәк эсендә адаптер тәҡдим иттек, – тип билдәләне Башҡортостан Республикаһы дәүләт идаралығының һанлы үҫеш министры Геннадий Разумикин.
2024 йылда иң кәрәкле хеҙмәттәр:
Төбәк Дәүләт хеҙмәттәре порталында йәмғеһе 72 мең ғариза ҡабул ителгән.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, БР Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров менән оператив кәңәшмәлә Геннадий Разумикин 2025 йылға пландары менән уртаҡлашты. Яңы йылда Башҡортостандың Дәүләт идаралығының һанлы үҫеш министрлығы граждандарҙың төрлө категориялары тураһында мәғлүмәт тупланған Берҙәм электрон реестрын тормошҡа ашырырға ниәтләй. 2025 йылға мөһим бурыс – электрон төрҙә хеҙмәт һорап мөрәжәғәт иткән граждандарҙың өлөшөн 95,3 проценттан 97 процентҡа тиклем арттырыу.
Фото сығанағы: pravitelstvorb.ru.