Даирә
-13 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
19 Ғинуар , 19:44

Ҡыйғылар бергәләп саңғы шыуҙы

Барлыҡ еңеүселәр һәм призерҙар грамоталар, миҙалдар һәм киләһе старттарға яңы көс-дәрт алды.    

Ҡыйғылар бергәләп саңғы шыуҙы
Ҡыйғылар бергәләп саңғы шыуҙы

Ҡыйғы районының Үрге Ҡыйғы ауылында саңғы ярыштары үткәрелде. Был спорт сараһы Башҡортостан Республикаһында махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам йылына – Ватанды һаҡлаусылар йылына арналды.

Ярышта ҡатнашыусыларҙы Ҡыйғы районы хакимиәтенең йәштәр сәйәсәте, спорт һәм туризм буйынса комитет рәйесе Филүс Ҡазыханов сәләмләне. Тәбиғәт тә спорт һөйөүселәргә яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшеүгә булышлыҡ итте: һауа торошо бик яҡшы торҙо.

Бер километр арауыҡта 2015 йылғы ҡыҙҙар араһында беренсе урынды – Амалия Исхаҡова, малайҙар араһында Камил Ҡотошов яуланы. Ошо уҡ арауыҡҡа ярыштарҙа 2013-2014 йылғы ҡыҙҙар араһында – Алена Сәхәүетдинова, малайҙар араһында Артем Усманов беренсе урынға сыҡты. Ике километр арауыҡта 2011-2012 йылғылар араһында беренсе урында – Айгизә Мирсаяпова, малайҙар араһында Рафаэль Фәрхиуллин булды. Ошо уҡ арауыҡта 2009-2010 йылғылар араһында ҡыҙҙар араһында – Илмира Ғайнановаға, малайҙар араһында Юлай Ҡотошовҡа тиңдәр юҡ ине.

17 – 29 йәшлек гүзәл зат вәкилдәре араһында - Диана Шәрипова, 30 – 39 йәшлек ир-егеттәр араһында Леонид Ғәниев иң етеҙе булып сыҡты. 50 – 59 йәшлек ирҙәр араһында – Рауил Сәхәүетдинов, 60-тан олораҡ көслө зат вәкилдәре араһында Нуриман Фәтихов финишҡа беренсе булып килде.

Барлыҡ еңеүселәр һәм призерҙар грамоталар, миҙалдар һәм киләһе старттарға яңы көс-дәрт алды.

Был спорт объекттарының барлыҡҡа килеүе Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы барлыҡҡа килгән “Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проекты (национальный проект “Продолжительная и активная жизнь”) бурыстарын тормошҡа ашырыуға булышлыҡ итә.

Сығанаҡ, фото: Ҡыйғы районы хакимиәте.

Автор:
Читайте нас: